Сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Сафин, Төньяҡ-көнсығыш ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге етәксеһе Илдар Ғәрифуллин, Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гөлиә Минһажева барыһын да сәләмләп, йәш артистар менән һоҡланыуын белдерҙе, уларға уңыштар теләне.
Ләйсән тыумышы менән Абзай ауылынан. Бәләкәйҙән күреү мөмкинлеге сикле ҡыҙ атаһы Марсель ағайҙың гармунда уйнауын, радионан халыҡ йырҙарын тыңлап үҫә. Өс йәшенән ҡулына гармун алып көйҙәр сығара, радиоға ҡушылып йырлай башлай. Ата-әсәһе ҡыҙҙы дәртләндерә, ҡеүәтләй. Ете йәшендә Ләйсән Өфө ҡалаһының 28-се һуҡырҙар һәм насар күреүсе балалар өсөн республика мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүсеһе булып китә. Н. Сабитов исемендәге музыка мәктәбенә фортепиано класына уҡырға инә, хорҙа солист була, йырлай. Математиканан да яҡшы уңыштарға өлгәшеп исемле стипендияға лайыҡ була. 2003 йылда “Йондоҙҙар балҡышы” ҡала фестивалендә “Ышаныс” номинацияһында еңеү яулай, Ф. Шаляпин исемендәге “Дебют” йәш вокалистар Асыҡ ҡала конкурсында уңышлы сығыш яһай. 2005 йылда “Өмөт менән киләсәккә” Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашып “Башҡарыу оҫталығы” номинацияһында билдәләнә. Йырлау сәнғәтендә уңыштары өсөн Ләйсән “ЮНЕСКО-ның йәш артисы” исеменә лайыҡ булған. Бынан тыш талантлы ҡыҙ Өфө, Мәскәү, Ҡазан ҡалаларында уҙған төрлө фестиваль-конкурстарҙа призлы урындар яулай, тамашасыны арбай.
Әүҙем тормош рәүешен үҙ иткән Ләйсән спорт менән дә шөғөлләнә. 400 һәм 1500 метр арауыҡты ул ярҙамсы артынан бауға тотоноп йүгерә. Шулай уҡ үҙ ауырлыҡ категорияһында дзю-до буйынса республиканың күп тапҡыр чемпионы. Күптән түгел Стәрлетамаҡта армспорт буйынса республика ярыштарында өсөнсө урын яулаған. Конькила йөрөргә, бассейнда йөҙөргә лә ярата ул.
Әлеге ваҡытта Ләйсән Башҡорт дәүләт педагогия университетында, ситтән тороп З. Исмәғилов исемендәге сәнғәт институтында белем ала. Киләсәккә ҙур пландар ҡороп, үҙенең альбомын сығарыу хыялы менән янып йәшәй. Күптән ауылдаштарына, яҡташтарына концерт ҡуйыу тураһында хыяллана. Ниһайәт, уның хыялы тормошҡа ашты.
Әйткәндәй, Ләйсәндең ижади дуҫтары ла таланттары, тырышлыҡтары менән айырылып тора. Кемдер шиғыр, кемдер йырҙар ижад итә. Хәйбулла егете Азат Исҡужин яҙған йырҙарҙы башҡорт эстрадаһы йырсылары яратып башҡара. Улар ҙа төрлө республика, ҡала, Бөтә Рәсәй конкурс, фестивалдәре лауреаттары. Бер-береһенә дуҫ, терәк булып кәңәшләшеп йәшәйҙәр. Уларҙы осраштырған 28-се коррекцион мәктәп-интернатҡа сикһеҙ рәхмәтле булыуҙарын йәшермәйҙәр.
Дәртле, тырыш, ныҡышмал йәштәргә уңыштар, яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ.