Эйлестан
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
25 Июль 2018, 13:21

“Республикалағы геопарктарҙың халыҡ-ара статус алыуы туризмды үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса”

Үҙенсәлекле ландшафтар, тәбиғи һәм геологик парктар булған биләмәләр, атап әйткәндә, Башҡортостан өсөн халыҡ-ара статус алыу фәнде, белем биреү проекттарын, туризмды үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Ошо хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов кисә Хөкүмәт Йортонда үткән Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышында белдерҙе. Унда төбәктә геопарктарҙы үҫтереү һәм уларҙы ғилми оҙатыу мәсьәләләре тикшерелде.

Республикала геопарктар булдырыу дәлилдәре биш йыл элек Башҡортостан Хөкүмәте һәм ЮНЕСКО араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек тураһындағы Коммюнике-Килешеүҙә яҙылған, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Былтыр Өфөләге халыҡ-ара экологик форумда Рәсәйҙең геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара ЮНЕСКО программаһы комитетының ултырышында Салауат районы биләмәһендә “Янғантау” геологик паркы ойошторорға тәҡдим ителде.
– Республика ЮНЕСКО менән шул иҫәптән экологик өлкәлә хеҙмәттәшлек итеүен дауам итәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы. – Әлбиттә, “Башҡорт Уралы” биосфера резерваты ойоштороу мөһим аҙым булды. Уның биләмәһен, Бөрйән солоҡ бал ҡортоноң йәшәү урынын индереп, киңәйтеү күҙаллана. ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү мөмкин булған мәҙәни-тарихи һәм тәбиғи ҡомартҡыларҙы танытыу буйынса башҡа берләштерелгән проекттар ғәмәлгә ашырыла. Тәү сиратта ул – палеолит осорондағы һүрәттәр менән Шүлгәнташ мәмерйәһе, Мораҙым тарлауығы, Ер шарында боронғо Урал тауҙары миҫалында ер өҫтөнөң барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған Ирәмәл. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы биләмәһендә Рәсәйҙәге “йәшел стандарттар” сертификациялау системаһына тап килгән мәғлүмәт-сервис үҙәге асылған.
РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Эксперт советы мәғлүмәте буйынса, Экология йылы сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан төбәктәрҙең экологик рейтингында беренсе урын алған. Рөстәм Хәмитов уҙған аҙнала халыҡ-ара Глобаль геопарктар селтәре эксперты Сурен Гевинян менән осрашыуын хәтергә төшөрҙө. Ул “Янғантау” геопаркы уға халыҡ-ара статусын биреү өсөн ЮНЕСКО-ның талаптарына тулы күләмдә тап килеүен раҫланы.
– Беҙгә, ғөмүмән әйткәндә, геологик парк сиктәрендә Салауат районында индустриаль булмаған үҫеш биләмәһе моделенең нисек эшләп китеүен ҡарарға кәрәк. Был тәжрибәнән сығып, киләсәктә башҡа геопарктар, тәбиғәт биләмәләрен булдырыу күҙалланасаҡ, – тине төбәк Башлығы.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, геологик парктар булдырыу иҡтисади үҫешкә, социаль инфраструктураны яҡшыртыуға, туристар ағымын арттырыуға, киң аудитория өсөн ҡыҙыҡлы белем биреү проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә тейеш. Ул республикала туристик баҙарҙың уңышлы үҫеүен билдәләне. Былтыр республика төбәктәр рейтингында илдә 15-сенән 11-се урынға күтәрелгән һәм был тармаҡты артабан да нығытырға кәрәк.
– Башҡортостанда геопарктар селтәрен булдырыу өсөн, тәү сиратта, был эштең тейешле кимәлдә ғилми оҙатыуын тәьмин итергә кәрәк. Республикала “алтын сөйҙәр” ҡағыла торған урындарҙы танытыу мөһим. Ул планетала тормоштоң барлыҡҡа килеү һәм үҫешеү хронологияһын, геологик хронологияны сағылдырған Ер шарының уникаль нөктәләре. Ундай урындар беҙҙә бар, – тип йомғаҡланы Рөстәм Хәмитов.
Читайте нас: