Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
3 Август 2018, 13:52

Ҡулдарына күҙ теймәһен

Магазиндарҙа кейемдең төрлөлөгө күп булыуға ҡарамаҫтан, оҫта ҡуллы апайҙар матур-матур кейемдәр тегеүен дауам итә. Арабыҙҙа хатта үҙ ҡулдары менән теккән кейемдәрҙе генә кейгәндәр ҙә бар. Бынан тыш улар таныш-белештәренә заказға әйбер тегеп өҫтәлмә килем дә ала. Матур, сифатлы итеп тегелгән кейемде бер тектергән кеше уларға тағын мөрәжәғәт итә, сөнки ҡул эше һәр саҡ үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ була. Мәсетле районы Теләш ауылында йәшәүсе Гөлнара Хатмуллина шундай ҡул оҫталарының береһе.

Өфөлә 6-сы класта уҡығанда хеҙмәт дәресе уҡытыусыһының “Бурда” журналын ҡулланыу серҙәренә, нисек дөрөҫ үлсәмдәр алырға, кейем өлгөләрен ҡағыҙға күсерергә өйрәтеүен әле лә иҫләй Гөлнара Мөнир ҡыҙы һәм ошо журналды әле лә ҡуллана.Ҡыҙ мәктәптә уҡығанда уҡ күлдәк моделдәрен уйлап сығарып ҡағыҙға төшөрә, модельер-дизайнер булырға хыяллана. Әммә тормош юлдары уны журналистикаға алып килә, бер нисә йыл БСТ каналында эшләй. Әле лә район гәзитенә мәҡәләләр яҙып тора, әммә яратҡан шөғөлөн ташламай.
– Биш йәшемдә Әминә апайым уйынсыҡ теген машинаһы алып ҡайтҡайны. Шунда ҡурсаҡтарыма күлдәк, итәктәр тегә торғайным. Мәктәптә уҡығанда иһә үҙемдең электр теген машинам булды. Ғүмер буйы үҙемә, әсәйемә, ҡыҙыма күлдәктәрҙе магазиндан алғаным юҡ, үҙем тегәм. Хатта пальтолар ҙа тегә инем. Әсәйемдән күреп күрше-күлән дә теләген белдерә башланы. Ауылға ҡайтып төпләнгәс заказға кейем тегеү менән ныҡлап мауығып киттем. Хәҙер үҙ клиенттарым да бар, – тип йылмая Гөлнара Хәтмуллина.
Оҫта ҡуллы ҡатын ябай күлдәк, салбар, блузка, юбкалар ғына түгел, милли күлдәк, камзулдар ҙа тегә. Күптән түгел унан Һабанаҡ һәм Ҡорғат ауылы мәҙәниәт йорттары башҡорт һәм татар милли кейемдәрен тектереп алған. Гөлнара Мөнир ҡыҙы әйтеүенсә, почта аша күп тапҡыр Ҡазан ҡалаһына, Свердловск өлкәһенә, Себер тарафтарына милли кейемдәрен ебәргәне бар. Иң бәләкәй заказсыһына ни бары дүрт ай ғына булған. Уның өсөн милли кейемде ҡурсаҡҡа кейҙереп ҡарап теккәнен әле лә ҡыҙыҡлы хәл итеп һөйләй оҫтабикә.
– Көндән-көн яңы алымдар үҙләштерәм. Журналдарҙан алған кейем өлгөләрен үҙемә оҡшағанса үҙгәртәм. Ҡайһы бер клиенттар үҙҙәре материал килтерә, үҙемә теккәндә интернет селтәренән, йә булмаһа район үҙәге магазиндарынан туҡыма һатып алам. Шулай уҡ ауылдаштарым кейемдәренә ремонт яһатырға ла мөрәжәғәт итә, – ти Гөлнара Мөнир ҡыҙы.
Ул хатта мутон тундарҙы үҙгәртеп тегә, ремонтлай. Халыҡ шундай ҡиммәтле тундарҙы ышанып тапшырыуы уның оҫталығын дәлилләй. Беҙ барғанда ла клиенттарына тип әҙерләп ҡуйған бер нисә кейеме эленеп тора ине. Тегелеү сифатын күреп уның оҫталығына беҙ ҙә инандыҡ.
Р. Иштуғанова.
Мәсетле районы.
Читайте нас: