“БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге”нең төньяҡ-көнсығыш филиалы юрист- консульты Ольга Пестероваға өс граждан мөрәжәғәт итте. Улар сауҙа нөктәләренән һатып алынған тауарҙы кире ҡайтарыу, ауыл урамдарында ҡарауһыҙ йөрөгән мал хужаларын яуапҡа тарттырыу тураһында һорауҙар бирҙе. Ольга Михайловна барыһын да иғтибар менән тыңланы һәм һәр һорауға тулы яуап бирҙе.
Шулай уҡ мөрәжәғәт итеүселәргә банктағы вклад һәм иҫәп, ҡулланыусылар кредиты, автокредит, кредит картаһы, коллекторҙар , ОСАГО, микрофинанслау һәм башҡа темаларға ҡағылған, аңлатма бирелгән буклеттар таратылды. Ольга Михайловна әйтеүенсә, республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә урынлашҡан биш район халҡы менән осрашыуҙар раҫланған график буйынса даими үткәрелә һәм унда төрлө йүнәлештә эшләгән белгестәр ҡатнаша.