Конкурсҡа һәр райондың берешәр ауылынан барлығы 47 заявка килде. Иң төп шарт булып ҡатнашыусы ҡасаба, ауылдарҙа биш меңгәсә кеше йәшәүе торҙо, ҡатнашыуға ризалығын халыҡ йыйылышып үҙҙәре хәл итергә тейешле ине.
Сараның төп маҡсаттары: тыуған яҡҡа һөйөү уятыу, ауыл ерендә йәшәүҙе популярлаштырыу, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, халыҡта төҙөкләндереүгә әүҙемлекте арттырыу, урындағы уҙидараны үҫтереү, урындағы башланғыстарҙы стимуллаштырыу, халыҡтың йолаларын, көнкүрешен һаҡлау һәм яҡлау.
Конкурс комиссияһы ауылдың тышҡы йөҙө, тарихы, ауыл халҡының әүҙемлеге, мәҙәни йолаларҙы һаҡлауы һәм конкурс положениеһына ярашлы башҡа критерийҙар буйынса баһаланы. Һөҙөмтәлә, бар заявкаларҙан икенсе этапҡа 20 иң яҡшы ауыл һәм ҡасаба үтте. Икенсе этапта “БСТ” телеканалында финалистарҙың презентацияһы, шулай уҡ еңеүселәрҙе билдәләйәсәк интерактив тауыш биреү уҙасаҡ. Финалистар теҙмәһендә беҙҙең төбәктән Мәсетле районының Һөләймән ауылы ла бар. Уңыштар һеҙгә, һөләймәндәр! Гәзит биттәрендә конкурстың артабанғы этабы менән таныштырыу буласаҡ.