Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
5 Сентябрь 2018, 14:18

Ҡайнар йөрәклеләр

Рәсәйҙә 2018 йыл Ирекмән йылы тип иғлан ителгәс, мәҙәниәт йорттарында, мәктәптәрҙә, йәштәр ойошмаларында ирекмәндәр төркөмдәре барлыҡҡа килде. Улар төрлө сараларҙы үткәреүҙә ярҙамлаша, акциялар ойоштора. Шулай уҡ ветерандарға, оло йәштәгеләргә ярҙамлашып изге эш ҡыла. Ауыл, мәктәп территорияһын сүп-сарҙан таҙартыуҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Мәсетле районы Яуыш ауылында ла апрель айынан башлап “Ҡайнар йөрәктәр” ирекмәндәр командаһы эшләп килә. Уны мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Лилиә Солтанова етәкләй. Мәҙәниәт йортонда август айы “Ирекмәндәр айы” итеп иғлан ителгән. Лилиә Ильяс ҡыҙы әйтеүенсә, егет-ҡыҙҙар төрлө сараларҙы үткәреүҙә ярҙамлаша, шулай уҡ изге эштәр башҡара. Мәҫәлән, күптән түгел улар 50 йыл бергә ғүмер кисереүсе Фәрзәнә һәм Миңлеәхмәт Вахитовтарҙың өй алдын сүп үләндәренән таҙартҡандар. Шулай уҡ өлкән йәштәгеләргә утын өйөшәләр, йорт эштәрендә ярҙамлашалар. Оло быуын кешеләре уларға рәхмәт әйтеп оҙата. Ирекмәндәр ауыл һәм мәктәп китапханаларында китаптарҙы тәртипкә килтереү акцияһын үткәргәндәр.
Бына шулай, әүҙем, ярҙамға гел әҙер ҡайнар йөрәкле балалар үҫә Яуыш ауылында. Афарин, ирекмәндәр!
Р. Иштуғанова.
Читайте нас: