Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
17 Сентябрь 2018, 16:12

Баҫыуға экскурсия

2017 йылда Ҡыйғы районының алдынғы “Әй” колхозы ауыл хужалығы производство кооперативында (етәксеһе А. Нотфуллин) Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары һәм райондың ауыл хужалығы бүлеге тарафынан тәжрибә баҫыуы булдырылды. Йүкәлекүл ауылы янында урынлашҡан баҫыуҙа 13 сорт ужым культураһы, 9-шар сорт бойҙай, һоло, борсаҡ, 8 сорт арпа, мал борсағы, кукуруз, ҡарабойҙай һәм башҡа техник культуралар үҫтерелде. Август айында бында төбәк семинар-кәңәшмәһе үтте.

Күптән түгел райондың 2-се һанлы Үрге Ҡыйғы, Түбәнге Ҡыйғы, Йүкәлекүл ауылы мәктәптәре, лицей уҡыусылары, Дыуан күп профилле колледжы филиалы студенттары баҫыуҙа экскурсияла булды. БДАУ-ның агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультеты доценты, ауыл хужалығы фәндәре докторы Игорь Кузнецов уҡыусыларҙы тәжрибә баҫыуында үҫкән культуралар менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе, агроном һөнәренең ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булыу турһында һөйләне.
Аграр университеттың агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультетының беренсе, икенсе курс студенттары доцент, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Эльмира Дауытова етәкселегендә баҫыуҙа практика үтә. Улар культураларҙың уңдырышлыҡ иҫәбен алып бара, уҡыу күнекмәләре өсөн материал йыя. Өфөлә уларға химик анализдар яһаласаҡ.
Фәһемле һәм файҙалы экскурсия барышында ҡыҙҙар һәм егеттәр бығаса ауыл баҫыуҙарында үҫмәгән күльтураларҙы күрҙе, агроном һөнәренең нескәлектәре менән яҡындан танышып, үҙҙәре өсөн бай мәғлүмәт алды.
Р. Әлимбаева.
Ҡыйғы районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: