Был грант – дүрт йыл дауамында тырышып эшләүсе китапханасының эшмәкәрлек емеше. Һәр ваҡытта үҙ өҫтөндә эшләп камиллыҡҡа ынтылған Зөлфиә Илшат ҡыҙы әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге колледжда китапханасы һөнәрен үҙләштерә.
Арыҫлан ауылы китапханаһында һәр сара гөрләп үтә. Яҡташ шағирҙарҙың юбилейҙарына арналған, шулай уҡ рус, сит ил яҙыусыларына бағышланған әҙәби кисәләр уҙа.
Китапханала “Тылсымлы лампа” проекты сиктәрендә ҡурсаҡтар театры эшләп килә. Бында уҡыусылар төрлө әкиәттәрҙе сәхнәләштерә. Зөлфиә Илшат ҡыҙы улар менән яңынан-яңы ҡурсаҡтар тегә, иҫкеләрен яңырта. Шулай китапханасы етәкселегендә эшләп килгән “Ҡанаттар” ирекмәндәр хәрәкәте төрлө акцияларҙа әүҙемлек күрһәтә. “Читай-ка” клубына йөрөүсе уҡыусылар өсөн аҙнаһына ике тапҡыр төрлө уйындар, саралар үткәрелә. Зөлфиә Илшат ҡыҙы интернет селтәре аша ла ауылдаштарына күп мәғлүмәт илтә. “Бәйләнештә” селтәрендә китапхананың махсус төркөмөндә һәр уҙған, буласаҡ сара тураһында мәғлүмәттәрҙе, фото һүрәттәрҙе теркәп бара.
Зөлфиә Сәләхова мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар үткәреп йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Үҙе районда уҙған һабантуйҙарҙа, халыҡ байрамдарында, концерттарҙа, экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыл халҡы үҙ эшенә ижади ҡарашта булған Зөлфиә Илшат ҡыҙын хөрмәт итә. Үҙҙәре лә сараларҙа дәррәү ҡатнаша, китапханаға теләп йөрөй.
Тырыш хеҙмәте өсөн Зөлфиә Илшат ҡыҙы район хакимиәтенең, үҙәк район китапханаһы селтәренең, ауыл хакимиәте башлығының бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ирешкән уңыштар алға ынтылыуға тағы бер этәргес булыр, дәрт өҫтәр тип ышанабыҙ.
Фото З. Сәләхованың шәхси архивынан.