Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
22 Октябрь 2018, 18:19

Шаяндар һәм отҡорҙар ярышты

19 октябрҙә Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда Башҡорт юниор КВН лигаһының VI миҙгел уйыны уҙҙы. Мәсәғүттә бишенсе тапҡыр үткәрелгән төньяҡ-көнсығыш төбәк фестивале туғыҙ команда тапҡырлыҡта, отҡорлоҡта, һүҙ үткерлегендә көс һынашты. Быйыл сарала Ҡыйғы, Салауат, Дыуан райондарынан тыш Ҡариҙел районы командаһы ҡатнашты.

Йәш КВНсыларҙың сығышын район мәҙәниәт йорто директоры Лариса Ишмөхәмәтова, Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ринат Байрамғолов, Арый ауыл советы башлығы Марат Әхмәтханов һәм Мәсәғүт педагогия колледжы студенты Гөлсөм Нуриева составындағы жюри баһаланы. Көйәрмәндәрҙең дәртле тауышы, дәррәү ҡул сабыуы командаларға ышаныс өҫтәне.
Бик ҡыҙыу барған уйын һөҙөмтәһендә Салауат районынан “Бер юл” командаһы беренсе урын яуланы. Икенсе урынды Дыуан районы республика лицей-интернатының “Төньяҡ амурҙары” һәм Арый ауылынан “Арый туҡталышы” командаһы бүлеште. Өсөнсө урында Дыуан районы Әбдрәшит ауылының “Хайран” командаһы. Улар киләсәктә ярымфинал уйындарында ҡатнашасаҡ.
“Иң яҡшы шаяртыу” номинацияһы Салауат районынан “Йорүҙән” командаһына, “Иң яҡшы миниатюра” номинацияһы Мәсетле районынан “Замана балалары” командаһына бирелде. Мәсәғүт гимназияһының “Әсе борос” командаһынан Эвелина Ситдиҡова - “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”, Ҡыйғы районының “Өстармаҡ” командаһынан Мөхәмәт Иҙиәтуллин “Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһына лайыҡ булды.
Бөгөн Стәрлетамаҡта Башҡорт юниор КВН лигаһының көньяҡ төбәк фестивале үтә. Йылдан-йыл сарала ҡатнашыусылар һаны арта бара һәм уйынсыларҙың сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тотоуы күҙгә салына.
Р. Иштуғанова.
Дыуан районы.
Авторфотоһы.
Читайте нас: