Паркты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов, Үрге Ҡыйғы ауыл советы башлығы Натик Шамиев, “Берҙәм Рәсә” партияһының урындағы бүлексәһе секретаре Алмаз Ғәйфуллин, эштәрҙе башҡарыусы “Коммунальщик” ЯСЙ-һы директоры Ильяс Усманов ҡатнашты.
- Бында ял итеүселәргә барлыҡ уңайлыҡтар булдырылды. Яҡтыртыу ҡоролмалары, балалар өсөн заманса уйын майҙансыҡтары урынлаштырылды, тротуаҙар һалынды. Парк ял итеү һәм күңел асыу өсөн һәр кемдең – балаларҙың да, өлкәндәрҙең иң яратҡан урынына әүерелһен һәм оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, - тине үҙ сығышында Шамил Радил улы.
“Ҡала мөхите” федераль проекты барышында районда башҡа бик күп эштәр башҡарыла. Үрге Ҡыйғы ауылының микрорайонында 6 күп фатирлы йорт ихатаһы төҙөкләндерелгән, урамдарға яҡтыртҡыстыр, эскәмйәләр, сүп һауыттары урынлаштырылған, 1000 кв. метрлыҡ асфальт түшәлгән, 600 кв. метрҙан ашыуы ремонтланған, 725 метр кабель һуҙылған, 3 балалар майҙансығы урынлаштырылған. Эштәрҙе башҡарыуға 4,5 миллион һум аҡса сарыф ителгән.