Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
30 Октябрь 2018, 17:31

ГТО – йәшәйеш нормаһы

Күптән түгел Мәсәғүт гимназияһында 16-17 йәшлек мәктәп уҡыусылары араһында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыу уҙҙы. Дыуан районында ГТО комплексы 2017 йылда индерелде һәм нормалар йылына бер нисә мәртәбә ҡабул ителә. Быйыл унда 150-нән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Ярыштарҙа алдан табиптан медицина белешмәһе алған һәм махсус сайтта теркәлгәндәр ҡатнаша ала. Әйткәндәй, йыл башынан сайтта райондан 500 кеше теркәлгән. Тапшырыусыларҙың күбеһе уҡыусылар, студенттар. Шулай уҡ араларында оло йәштәгеләр, аталы-уллылар ҙа бар, хатта олатаһы менән ейәне килгән осраҡтар ҙа теркәлгән. Теләүселәр ГТО нормаларын белем биреү учреждениеларында , шулай уҡ спорт ярыштары барышында тапшыра ала.
Уҡыусылар сараға етди ҡарай, бер-береһенән ҡалышмаҫҡа тырыша. Мәктәптән һуң юғары уҡыу йортона ингәндә ГТО һөҙөмтәләренә ярашлы балл өҫтәлеүе лә йәштәрҙә дәртләндерә. Улар йүгереү, пневматик мылтыҡтан атыу, эскәмйәлә торған килеш алға эйелеү, пресс яһау, турникта күтәрелеү, гранатаны алыҫлыҡҡа ырғытыу, ҡулға таянып иҙәндән кәүҙәне күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү кеүек нормативтарҙы тапшырҙы. Күрһәткестәрҙе баш судья А. Ширяев, “ГТО нормативтарын үтәү буйынса тест үҙәге ” директоры А. Иванов һәм Мәсәғүт гимназияһының физик культура уҡытыусыһы Е. Феденев теркәп барҙы.
Тейешле спорт нормативтарын үтәгәндәр ГТО-ның алтын, көмөш йә бронза отличие билдәһе менән бүләкләнәсәк.
Р. Иштуғанова.
Дыуан районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: