Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
6 Ноябрь 2018, 17:15

Атанан күреп – ул, әсәән күреп ҡыҙ үҫер

Ауылдарыбыҙҙың ҡото, йәме булып гөрләтеп донъя көткән, тәрбиәле балалар үҫтергән ғаиләләр ҡыуандыра. Тыуған төйәктәрендә төпләнеп, ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап, тормоштан йәм табып йәшәй улар. Шундай ҡотло ғаиләләрҙең береһе – Мәсетле районы Һөләймән ауылынан Рәфил һәм Әлфинә Зәйнетдиновтар.

Ауылдарыбыҙҙың ҡото, йәме булып гөрләтеп донъя көткән, тәрбиәле балалар үҫтергән ғаиләләр ҡыуандыра. Тыуған төйәктәрендә төпләнеп, ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап, тормоштан йәм табып йәшәй улар. Шундай ҡотло ғаиләләрҙең береһе – Мәсетле районы Һөләймән ауылынан Рәфил һәм Әлфинә Зәйнетдиновтар.
Зәйнетдиновтар ауыл мәҙәниәт йортонда, районда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. Һәр концерт, конкурстарҙа ғаилә ансамблдәре менән сығыш яһайҙар. Рәфил бала саҡтан ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнай, моңло итеп йырлай. Әлфинә оҫта ҡуллы хужабикә булыуҙан тыш, гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Шулай уҡ ҡумыҙ сиртә, йырлай. Мөләйем, йөҙҙәренән йылмайыу төшмәҫ ихлас йәштәрҙе ауылдаштары хөрмәт итә.
Татыу ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Иң оло ҡыҙҙары Таңһылыу Стәрлетамаҡ ағартыу училищеһында беренсе курста уҡый. Тырыш, сәнғәткә ғашиҡ ҡыҙ бейей, ҡумыҙҙа уйнай. Мәктәптә уҡығанда уҡ районда үткән ҡумыҙсылар фестивалендә икенсе урын алған булған. Йыр-моңға әүәҫ ҡыҙ яңынан-яңы үрҙәргә ынтыла, артист булырға хыяллана. Ридан 7-се класта, Әлфирә 3-сө класта уҡый. Улар ҙа бейеүгә маһирҙар, спорт менән дә дуҫтар. Кескәй Надирға дүрт йәш. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул да апай-ағайҙарынан ҡалышмай.
Зәйнетдиновтар йорт һатып алып, уға төкәтмә төҙөп, өйҙәренә заманса ремонт яһағандар. Тырыш ғаилә күпләп мал-тыуар, һарыҡтар аҫрай. Рәфил менән Әлфинә балаларында хеҙмәткә, сәнғәткә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүгә бар көсөн һала. Үҙҙәре үрнәк булғас, балалары ла тырыш, тыңлаусан.
Үткән йылда Зәйнетдиновтар “Йәш ғаилә” республика конкурсының район этабында икенсе урын алғандар. Быйыл район үҙәк китапханаһында Ғаилә йылына арнап үткәрелгән “Ғаилә – дәүләт нигеҙе” конкурсында ҡатнашып дипломға лайыҡ булғандар. Улар ауыл мәҙәниәт йортонда, районда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. Күптән түгел Рәфил Әлфирә ҡыҙы менән районда уҙған “Иң яҡшы атай” конкурсында еңеү яуланы.
Йәштәргә үрнәк алырҙай ырыҫлы, татыу ғаиләләр булыуы һөйөнөслө. Иң мөһиме, унда балалар атайлы-әсәйле, арҡалы булып, уларҙың таянысын тойоп үҫә.
Р. Иштуғанова.
Мәсетле районы.
Читайте нас: