Ҡыйғы районының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Радик Камалов иҫтәлегенә үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса турнир уҙҙы. Радик Зәйнетдин улы район хакимиәте башлығы булып эшләгән осорҙа спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, шул иҫәптән көрәшкә айырым иғтибар бүлә. Сараны уның ҡатыны, улы һәм ҡыҙҙары ойошторҙо.
Ярыш бик көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә 2002-2003 йылғылар араһында үҙ ауырлыҡ категорияларында Байрас Нуриәхмәтов (Ҡыйғы), Илнур Искәндәров (Ҡыйғы), Самат Ҡазыханов (Ҡыйғы) беренселекте яуланы. 2004-2005 йылғылар араһында Марсель Сизов (Балаҡатай), Заһит Хәкимйәнов (Ҡыйғы), Илгиз Һаҙыев (Ҡыйғы) еңеп сыҡты. 2009 йылғы һәм унан да йәшерәктәр араһында Алмаз Дилмөхәмәтов (Ҡыйғы), Илья Чепуров (Балаҡатай), Илнар Минниәхмәтов (Салауат), Динислам Ваганов (Салауат) беренсе урынға сыҡты. Ҡыҙҙар араһында билбаулы көрәштә Ҡыйғы районынан Фидәлиә Миндийәрова, Дилә Илмөхәмәтова һәм Балаҡатай районынан Илзида Фәхретдинова еңеү яуланы. Еңеүселәр аҡсалата приздар һәм грамоталар менән бүләкләнде.