Данир Ғәйнуллинға 48 йәш. Ул Стәрлебаш районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Башҡорт йәштәре союзы лидеры булған. 2003 йылға ҡәҙәр — Республика халыҡ ижады үҙәге директоры, һуңынан 2010 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһын етәкләй. Артабан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры вазифаһына тәғәйенләнә.