Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
19 Апрель 2019, 18:21

Әйҙәгеҙ, йома сәйенә!

Ҡыйғы районы Аҫылғужа ауылында китапханасы Ләлә Ғәлләмова инициативаһы менән “Йома сәйе” сараһы уҙғарылды. Унда клуб хеҙмәткәрҙәре, ауыл ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм балалар ҡатнашты. Ҡунаҡҡа Арыҫлан ауыл биләмәһе башлығы Рим Вәлиуллин, Арыҫлан ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары, “Ләйсән” фольклор коллективы саҡырылды.

Байрам аят уҡыу менән башланды. Ауылдың өлкән ағинәйе йома көнөнөң мәғәнәһе тураһында һөйләне, мөнәжәт әйтте. Уҡыусы балаларға йомала нимәләр эшләргә ярамауы тураһында һорауҙар бирелде, был көндө күберәк изгелек ҡылып сауап алырға кәрәклеге хаҡында бәйән ителде. Ағинәйҙәр иһә мөнәжәттәр әйтеп, уны төрлө әйтемдәр менән тулыландырҙы. Улар иман-әҙәп нигеҙе булыуы хаҡында төрлө фекерҙәрен һамаҡлап, файҙалы ризыҡ, тәүфиҡлы бала, үҙеңә тиң йәрең, халыҡты изгелеккә өндәгән һүҙ, аҡыл һәм сәләмәтлек тигән төшөнсәләрҙе асыҡланы.
Сараны дауам итеп ауыл биләмәһе башлығы Рим Насыр улы изге теләктәрен еткерҙе, шундай әһәмиәтле байрамдар йышыраҡ уҙғарыласағын белдерҙе. Арыҫлан ауылы ағинәйе Дания Фәтихова иң-иңдәргә танытмалар тапшырҙы һәм теләктәрен әйтте.
Сара мул сәй табыны артында йәнле һөйләшеү менән дауам итте. Табын артында боронғоса сәй эсеп, йома көнөнөң тәрбиәүи әһәмиәте ҙурлығына инанып, ауыл халҡы, ҡунаҡтар күтәренке кәйефтә таралышты.
З. Сәләхова, Арыҫлан ауылы китапханасыһы.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: