Сығымдарҙы үҙләштәргәндә сығарылыш уҡыусылары артабан уҡыуҙарын дауам итә һәм эшкә урынлаша алһын өсөн һәр учреждениеның үҙенсәлектәрен, уҡыусыларҙың контингентын иҫәпкә алып, хеҙмәт оҫтаханаларын һәм "Технология" өлкәһендәге предмет кабинеттарын йыһазландырыуға өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ сара барышында психология-педагогика кабинеты, дефектолог, логопед һәм башҡа һауыҡтырыуға, белем биреүгә йүнәлтелгән кабинеттар яңыртыласаҡ.