Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
5 Август 2019, 09:11

Республика клиник онкология диспансерына яңы ҡоролма һатып алынған

"Онгологик сирҙәр менән көрәш" төбәк проекты сиктәрендә Республика клиник онкология диспансерына яңы рентген-маммограф ҡоролма һатып алынған. Уның ярҙамында был мәкерле сирҙе тәүге стадияларҙа уҡ билдәләп буласаҡ. Яңы ҡоролма йылына 9 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә аласаҡ.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

"Онгологик сирҙәр менән көрәш" төбәк проекты сиктәрендә Республика клиник онкология диспансерына яңы рентген-маммограф ҡоролма һатып алынған. Уның ярҙамында был мәкерле сирҙе тәүге стадияларҙа уҡ билдәләп буласаҡ. Яңы ҡоролма йылына 9 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә аласаҡ.
Яҡын киләсәктәге 6 йыл эсендә Рәсәйҙә онкологик сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса масштаблы программа тормошҡа ашырыласаҡ.
“Онкологик сирҙәр менән көрәш” төбәк проекты сараларын ғәмәлгә ашырыуға 2019 йылда Башҡортостанда 1,8 млрд һум аҡса бүлеү күҙалланған. 1 млрд һумдан саҡ ҡына ашыуыраҡ сумма федераль бюджеттан бүленә, ҡалғандары – республика бюджетынан.
Читайте нас: