Эйлестан
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
3 Сентябрь 2019, 07:35

Милли проект: һаулыҡ һаҡлау - иғтибар үҙәгендә

“Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы, республикала дүрт модулле фельдшер-акушер пункты урынлаштырыла. 27 күсмә медицина комплексы һатып алынасаҡ һәм авария хәлендәге 15 ФАП төҙөкләндереләсәк. Республиканың барлыҡ райондарында ла фельдшерҙарға лайыҡлы эш шарттары тыуҙырыласаҡ.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы, республикала дүрт модулле фельдшер-акушер пункты урынлаштырыла. 27 күсмә медицина комплексы һатып алынасаҡ һәм авария хәлендәге 15 ФАП төҙөкләндереләсәк. Республиканың барлыҡ райондарында ла фельдшерҙарға лайыҡлы эш шарттары тыуҙырыласаҡ.
Программаларҙың икәүһе йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәре менән көрәшкә йүнәлтелгән. Ошо проект сиктәрендә дауаханаларға һәм медицина үҙәктәренә заманса ҡорамалдар алыу күҙ уңында тотола. Ул сирҙең төрлө стадияһында диагностика һәм өҫтәмә тикшереү үткәреү өсөн ярҙам итәсәк.
Медицина учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн айырым проект ҡаралған. Уның буйынса әле үк ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.
Проект балалар сәләмәтлеген дә иғтибар үҙәгенә ала. Балалар поликликаһының капиталь ремонтына айырым аҡса бүленәсәк.
”Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур” проектына ярашлы, 132 дауахана мәғлүмәт еткереү ҡоролмалары менән тәьмин ителәсәк. Медицина учреждениеларын компьютерлаштырыу хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтеүгә йүнәлтелгән бер аҙым.
Читайте нас: