Бөгөн Башҡортостанда үткән Берҙәм тауыш биреү көнөндә хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бүленә.
Һандарға килгәндә, 8 сентябрҙә һайлау участкаларындағы йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы 8 201 полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәре тормошҡа ашыра.
Улар Берҙәм тауыш биреү көнөнә тиклем үк дежур режимда эшләй башлаған, барлыҡ һайлау участкалары ла хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең һағы аҫтында.
Унан тыш, тағы ла 500 полиция хеҙмәткәре резервта тора, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа 640 шәхси һаҡ хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, ғәҙәттәгесә, участка һайлау комиссияларынан протоколдарҙы территориаль һайлау комиссияларына тапшырғанға тиклем тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк.
Шулай уҡ, бөгөн һайлау комиссиялары урынлашҡан урындарҙа автомобилдәрҙе ҡуйыу сикләнә. Был, тәүге сиратта, енәйәт ҡылыуҙы иҫкәртеү өсөн тормошҡа ашырыла.
https://bash.rbsmi.ru/articles/aylau-2019/kh-ef-e-lek-saralary-k-relg-n/