Дыуан районы эшҡыуарҙары Берҙәм тауыш биреү көнөндә “Мәсәғүт һайлай!” акцияһын үткәрә. Был сараның маҡсаты – төшкә тиклем тауыш биргән әүҙем граждандарҙы дәртләндереү. Ирекмәндәр төрлө ташламаға хоҡуҡ биргән купондар тарата. Бүләктәр исемлегендә – кинотеатрға билеттар, магазиндарҙа ташлама менән ҡулланыу һәм башҡалар.