Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев менән бергә "Башҡорт ихаталары" йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү һәм подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаларын ғәмәлгә ашырыу барышы менән танышты.
“Беҙ киләһе йылға пландар буйынса фекер алыша башланыҡ. Шул иҫәптән финанслау күләмен арттырыу мөмкинлеген дә анализлайбыҙ. Халыҡ беҙҙең программаның 2024 йылға тиклем дауам итәсәген белергә тейеш. Тимәк, планға әлегә кермәгән йорттар киләсәктә индереләсәк, – тип аңлатты Радий Хәбиров. – Хәҙергә беҙ заманса төҙөкләндереү проекттарын әҙерләргә, сифатлы ремонт башҡарырға өйрәнәбеҙ генә. Иң мөһиме – комплекслылыҡты һаҡлап ҡалыу. Сифат буйынса ҡарар сығарғанмын һәм махсус рәүештә был хаҡта муниципалитет башлыҡтарын иҫкәрткәнмен: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ремонтты ҡабул итмәйенсә, эш өсөн түләнмәйәсәк.
Бынан тыш, киләһе йылдан республикала ихаталарҙы төҙөкләндереүгә өҫтәмә рәүештә Башҡортостан Башлығы гранты бүленәсәк. Ундай ихатаны йортта йәшәүселәр тауыш биреү юлы менән үҙҙәре һайлаясаҡ, артабан ғариза төбәк етәксеһенә тапшырыласаҡ.
“Беҙ әүҙем граждандарға йорт яны биләмәләрен тәртипкә килтереү өсөн тағы ла бер мөмкинлек бирергә теләйбеҙ. Һәр муниципалитетта киләһе йылдан республика Башлығы ихатаһын һайлаясаҡбыҙ. Өфөлә ундайҙар етәү буласаҡ. Улар төҙөкләндереү программаһына инмәгән майҙансыҡтар булырға тейеш, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Бер ихатаға яҡынса биш миллион һум бүлергә ниәтләйбеҙ. Ихата ҙур икән, был аҡсаға балалар майҙансығын урынлаштырып булыр. Биләмәһе бәләкәйерәктәрҙе тулыһынса төҙөкләндерергә планлаштырабыҙ”.