Ҡаҙ өмәһе – халҡы- быҙҙың борондан килгән күркәм йолаларының береһе. Өмәлә ҡатнашыусылар бер-береһе менән яҡындан аралаша,тәжрибә уртаҡлаша, күңел аса. Үткән аҙнала Ҡыйғы районы Туғыҙлы ауылында ошондай матур байрам уҙҙы.
Сараны мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм “Аҡҡош” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторҙо. Байрам мәҙәниәт йортоноң “Шишмәләр” фольклор ансамбле һәм “Сулпылар” бейеү коллективының сығыштары менән оҙатылып барҙы. Ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп йылғаға йыуырға алып төшкәндә ауыл урамдары йыр-моңға, гармун тауышына күмелде. Йылға буйында ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, арҡан тартыу, ҡаҙ аулау уйындары ойошторолдо.
Өмәлә Ҡыйғы районы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы рәйесе В. Сәйфуллина, автономия ағзалары В. Заһиров, Ж. Хөрмәтуллина, тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы Р. Асҡаров, ауылдың уңған апай-ағайҙары, йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнашты.
Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың ҡото һәм йәме һаҡлана, улар әле йәшәйәсәк, иң мөһиме — халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмаясаҡ, быуындан быуынға күсеп, дауам ителәсәк