Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ноябрь 2017, 11:24

Телдәрҙе үҫтереүгә – 100 миллион

Башҡортостан биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың туған телдәрен яҡлауға һәм үҫтереүгә бер нисә йөҙ миллион һум йүнәлтеләсәк. Был хаҡта төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Башҡортостан биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың туған телдәрен яҡлауға һәм үҫтереүгә бер нисә йөҙ миллион һум йүнәлтеләсәк. Был хаҡта төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президентының йөкләмәләрен бойомға ашырыу өсөн Рөстәм Хәмитов дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ өс төп йүнәлеш буйынса эште күҙаллай:
- Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм ундағы халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһын әҙерләү;
- республиканың дәүләт телдәрен һәм ундағы халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн йыллыҡ республика Башлығы гранттарын әҙерләү;
- башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд ойоштороу.
– Өс йүнәлештең һәр ҡайһыһы етди рәүештә финансланасаҡ. Ул йөҙәрләгән миллион һумдан ашыу суммалар менән иҫәпләнәсәк. Мәҫәлән, республика Башлығы гранттары – кәмендә 50 миллион һум. Фондтың башланғыс суммаһы ғына яҡынса 50 миллион һум буласаҡ. Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса программа 100 миллион һумдан артасаҡ. Йәғни был ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте финаслауҙа ысынлап та ҙур алға китеш. Һуңғы йылдарҙағы финанслау менән сағыштырмаса, ул бер нисә тапҡырға ғына түгел, ә тиҫтәләгән тапҡырға артасаҡ, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов
Читайте нас: