Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ноябрь 2017, 13:36

Яңы уңыштар көтәбеҙ

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү сиктәрендә Яңы Балаҡатай ауылының 1-се һанлы урта мәктәбе базаһында спорт майҙансығы асылды. Сара “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү сиктәрендә Яңы Балаҡатай ауылының 1-се һанлы урта мәктәбе базаһында спорт майҙансығы асылды. Сара “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Майҙансыҡты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Лилиә Мулланурова балаларҙы ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, яңы уңыштар теләне. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Радик Мәғәфуров сығыш яһаны. Мәктәп исеменән рәхмәт һүҙҙәрен уҡытыусы Павел Прохоров еткерҙе.
Быға тиклем ябай спорт майҙансығында воркаут менән шөғөлләнгән Балаҡатай егеттәре уңыштарға иреште. Хәҙер иһә уҡыусыларға буш ваҡыттарын файҙалы үткәреп тағы ла яңы үрҙәр яуларға мөмкинселек асылды. Сара барышында Андрей Марков, Дмитрий Калмаков һәм Айнур Минһажев турникта үҙ уңыштарын күрһәтте. Уларҙың сығышын “Класташтар” сайтында https://ok.ru/video/ 389229185740 һылтанмаһы буйынса инеп ҡарарға мөмкин.
Һуңғы ваҡытта йәштәр араһында сәләмәт тормош яҡлылар артыуы күҙәтелә. Балалар секцияларҙа әүҙем шөғөлләнә, ГТО нормативтарын тапшыра. Яңы спорт майҙансығы Яңы Балаҡатай мәктәпкә яңы спортсылар, яңы еңеүҙәр килтерер тип ышанабыҙ.
Читайте нас: