Сентябрь һуңында Малаяҙ ауылында төньяҡ-көнсығыш төбәгендә тәүге Бизнес-үҙәк асылды. Үҙәк директоры шәхси эшҡыуар Исрафил Хайров эшҡыуарҙарға консультация, үҙ эшеңде асыу өсөн документтар йыйыу кеүек процедураларҙа ярҙам күрһәтә. Директор билдәләүенсә, үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәр көндәнкөн күбәйә.
Бынан тыш ике ҡатлы күркәм бинала “ФИНПО” кредит ҡулланыусылар союзы урынлашҡан, “Развивайка” мәктәпкәсә тәрбиә биреү үҙәге, “Утрау” балалар өсөн күңел асыу үҙәге уңышлы эшләп килә. Сауҙа итеүсе магазиндар ҙа бар. Бында шулай уҡ нотариус ярҙамын алыу өсөн мөрәжәғәт итергә мөмкин.
– Районда бығаса эшҡыуар булырға теләүселәр өсөн үҫеш майҙансығы юҡ ине. Мәҫәлән, малсылыҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә, йәки бөҙрәхана, икмәкхана асырға теләүселәр кемдән кәңәш һорарға, ниндәй учреждениеға мөрәжәғәт итергә белмәй йонсоно. Оҙағыраҡ йөрөһәләр, дәрттәре лә һүнеүе ихтимал. Хәҙер иһә мин уларға бушлай консультациялар бирәм. Үҙ эшеңде асыу өсөн ниндәй документтар йыйырға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлатам, – ти Исрафил Хайров.
Йәш эшҡыуарҙар ниндәй өлкәлә эш башларға ҡарар иткәс, үҙәк директоры уларҙың эше башынан аҙағынаса килеп сыҡҡансы кәңәштәрен бирә, ярҙам итә.
– Бизнес менән ҡәтғи шөғөлләнергә теләүселәр әллә ҡайҙан күренеп тора. Ә инде ҡайһы берәүҙәрҙең һәләтенә, характерына ҡарап уға килешле эш өлкәһен һайлашам. Ризалашһа, эш ҡайнап китә. Уларға ҡарап үҙем дә тоҡанам, – тип йылмая үҙәк директоры.
Бизнес-үҙәкте асылыу тантанаһында Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин ҡатнаша. Исрафил Барваз улы уға хәҙер ҙә шылтыратып кәңәшләшеп, мөрәжәғәт итеп тора.
Үҙәк директоры шулай уҡ күптән эшләп килгән эшҡыуарҙарға һалым аудиты яһау эше менән дә була. Мөрәжәғәт итеүселәргә ойошма һалымдары ревизияһын яһай, социаль страховкалау буйынса ла төрлө һорауҙарға яуап бирә. Йәштәр генә түгел, күптән эшләгәндәр ҙә иҫәпхисап эштәре буйынса уға мөрәжәғәт итә ала.
Район кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарының эшен яйға һалыу, яңы төр хеҙмәттәр күрһәтеү үҫешһен өсөн бар көсөн һала Исрафил Хайров. Үҙе белгәндәрҙе яҡташтары менән бүлешергә, уларҙы ла өйрәтергә тырыша ул.