Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ноябрь 2017, 13:53

Сусҡаларға хәүеф янай

Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районының Тимерязев ауыл биләмәһендә сусҡаларҙың Африка тағуны теркәлеүе сәбәпле ғәҙәттән тыш режим индерелгән. Сирле хайуандар өлкәнең шәхси хужалыҡтарында бөтәһе яҡынса 25 баш малда асыҡланған

Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районының Тимерязев ауыл биләмәһендә сусҡаларҙың Африка тағуны теркәлеүе сәбәпле ғәҙәттән тыш режим индерелгән. Сирле хайуандар өлкәнең шәхси хужалыҡтарында бөтәһе яҡынса 25 баш малда асыҡланған.
Әле Башҡортостанда сусҡаларҙың ошо сир менән зарарланыу хәүефен булдырмау өсөн “Бөрө-Һатҡы” юлының 251-се километрында, Ҡыйғы районы Туғыҙлы ауылы янында, махсус дезинфекция постары ҡуйылған. Унда Силәбе өлкәһенән килтерелгән ит продукцияларын асыҡлау эштәре алып барыла, автомобилдәргә дезинфекция үткәрелә.
Был сирҙең вирусы тиҙ үҙгәреүсән, шуға күрә уға ҡаршы вакцинация эшләү мөмкин түгел. Сусҡалар уны йоҡторһа, һаҡланыуҙың берҙән-бер ысулы –5 километр радиустағы бөтөн малды юҡ итеү. Үкенескә ҡаршы, башҡа ысулдар ярҙам итмәйәсәк.
Читайте нас: