Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ноябрь 2017, 14:01

Һылыуҡайҙар һынау тота

Башҡортостанда “Һомай” мәҙәниәтте һәм ижадты үҫтереү студияһы “Башҡортостан гүзәле- 2017” матурлыҡ конкурсын уҙғарыу хаҡында иғлан итте.

Башҡортостанда “Һомай” мәҙәниәтте һәм ижадты үҫтереү студияһы “Башҡортостан гүзәле- 2017” матурлыҡ конкурсын уҙғарыу хаҡында иғлан итте.
Бәйге башҡорт һәм татар халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен пропагандалау, йәштәрҙең ижади ҡеүәтен асыу, башҡорт һәм татар йәштәре ойошмалары араһында тыныслыҡты, татыулыҡты, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында ойошторола.
Конкурста туған телен (башҡорт йәки татар), халҡының йолаларын белгән 16-26 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Ғаилә хәле мөһим түгел.
Кастинг 26 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә “Мегаполис” күңел асыу үҙәгендә уҙа. Адресы: Менделеев урамы, 137. Һайлап алыу турында ҡатнашҡан һәр ҡыҙ туған телендә үҙе хаҡында ҡыҫҡа хикәйә әҙерләргә һәм йыр-бейеүгә маһирлығын йә иһә актерлыҡ һәләтен күрһәтергә тейеш.
Бәйгенең финалы декабрҙә Өфөлә үтә. Унда “Башҡортостан гүзәле-2017”, 1-се һәм 2-се вице-мисс исемдәренә лайыҡлыларҙы һайлаясаҡтар.
Читайте нас: