Күптән түгел Мәсәғүт ауылындағы Күп функциялы үҙәк базаһында район-ара эшлеклелекте үҫтереү үҙәге асылды. Унда Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Балаҡатай районы эшҡыуарҙарына консультатив ярҙам күрһәтелә. Эште ойоштороу кураторы итеп Өфө ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Әхнәф Ғилимйәнов тәғәйенләнде.
Был проект Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү фонды һәм БР Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү үҙәге инициативаһы менән тормошҡа ашырыла. “Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2016 йылдың ноябрендә районара эшмәкәрлекте үҫтереү селтәре проекты яйға һалына. Яңы эш башлаған, шулай уҡ тәжрибәле эшҡыуарҙарға үҙ эштәрен алып барыуҙа профилле ярҙам күрһәтеү уның төп маҡсаты булып тора.
Әлеге мәлдә был программа пилот формаһында Күмертау ҡалаһында, Ҡариҙел һәм Ейәнсура райондарында тормошҡа ашырыла. Һәр үҙәк сиктәш райондарына ярҙам күрһәтә. Проекттың ҙур һорау менән файҙаланыуын, эшкыуарҙарҙың ҡыҙыҡһыныуын, консультатив ярҙамға мохтажлыҡ кисереүен иҫәпкә алып, бындай үҙәктәрҙең һанын арттырырға ҡарар ителде.
Һуңғы йылдарҙа теге йәки был өлкәлә үҙ эшен асыусылар йәки асырға теләүселәр бермәбер артты. Әммә халыҡтың был юҫыҡта белеме аҙ булыуы эште тотҡарлай. Проект авторҙары билдәләүенсә, бындай үҙәктәрҙең үҙ эшен башлаусыларға ярҙамы бик ҙур буласаҡ. Эшлеклелекте үҫтереү үҙәктәре эшҡыуарҙарға нигеҙҙә финанс, хоҡуҡ, маркетинг һәм башҡа өлкәлә консультация ярҙамы күрһәтә. Мәҫәлән, үҙеңдең иҫәп счетын асыу, электрон-һанлы ҡултамғаңды булдырыу өсөн документтар туплау, дәүләт финанс ярҙамын алыу кеүек йәмғеһе илле йүнәлеш буйынса ярҙам алырға мөмкин.