Күҙҙәр – күңел көҙгөһө, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Күҙҙәр кеше тәнендәге барлыҡ ағзалар менән тығыҙ бәйләнгән. Кешенең бар уйкисерештәре, ауырыуы, кәйефе күҙҙәрҙә сағыла. Шуның өсөн уларҙы бәләкәйҙән һаҡларға кәрәк.
Малаяҙ район үҙәк дауаханаһының күҙ табибы Дилә Ғуфранова утыҙ йылдан ашыу эшләү дәүерендә үҙ бурыстарына яуаплы ҡарашы, һөнәренә тоғролоғо, пациенттарына мөнәсәбәте менән халыҡтың ихтирамын, ышанысын яулаған. Дилә Хәлим ҡыҙы 1984 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау эше факультетын тамамлай. Интернатураны Өфөлә үткәс, Малаяҙға күҙ табибы булып эшкә ҡайта. Йәш белгескә трахома диспансеры етәксеһе вазифаһын ышанып тапшыралар. 1987 йылдан бөгөнгәсә диспансер офтальмология бүлеге тип йөрөтөлә.
Тырыш, эшен яратҡан табип тиҙ арала үҙ эшенең нескәлектәренә төшөнә. Тәүге йылдарҙан уҡ катаракта, күҙ йәрәхәттәре, күҙ ҡабағы шеше менән яфаланыусыларға, шулай уҡ йәш ҡапсығы шешкән бәпестәргә операция яһай башлай.
1997 йылда БР медицина фәндәре академияһы төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса семинар үткәрә. Шунан һуң Малаяҙҙа микрохирургия үҙәге асыла. Унда микроскоп ҡулланып операциялар яһай башлайҙар. Дилә Хәлим ҡыҙы алдында яңы мөмкинселектәр асыла. Ул катарактаны алып яһалма күҙ япмаһы ҡуйыу, яман булмаған шеш- тәрҙе алыу буйынса, шулай уҡ глауко- маға операциялар башҡара.
2011 йылда Дилә Ғуфранова ультратауыш ярҙамында катарактаға ҡаршы операция яһау буйынса уҡып ҡайта. Район үҙәк дауаханаһына лазер аппараты һатып алынғас, табип ҡатмарлы процедураларҙы лазер ярҙамында эшләй башлай. Башҡортостанда юғары технологиялы офтальмология бүлектәре ҡалаларҙа ғына бар. Малаяҙҙағы кеүек бүлек ауыл ерҙәрендә башҡа юҡ.
– Аҙнаһына егермеләгән, ә йылына 700-ләгән операция яһайым. Мөрәжәғәт итеүселәр һаны йылдан-йыл арта, әле апрель айынаса сиратҡа яҙылғандар. Силәбе, Свердловск өлкәлә- ренән дә килеүселәр бар. Протез күҙ, контакт линзылары ҡуйыу, тәбиғи етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү буйынса ла операциялар яһайым, – ти Дилә Хәлим ҡыҙы. – Халыҡ диспансеризация үтеүҙән ҡурҡмаһын ине. Ҡайһы ваҡыт ауырыуҙы дауаларға һуң булып китә. Йылына бер нисә тапҡыр күҙҙең күреү һәләтен, ҡан баҫымын тикшертеп торорға кәрәк. Табип ҡушҡан күҙ тамсыларын ҡулланып, ул биргән кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу мөһим.
Юғары категориялы табип Дилә Ғуфранова намыҫлы, тырыш хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” исеменә, район хакимиәтенең, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталарына лайыҡ булған. 2009 йылда “БР-ҙың иң яҡшы йыл табибы” конкурсында еңеү яулаған.