Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2017, 11:31

Һорау булғас – тәҡдим дә арта

Ошо көндәрҙә Мәсәғүт ауылында район халҡы өсөн йәнә лә ҡыуаныслы ваҡиға булып уҙҙы. Район брендына әүерелгән “Уралтау” АХПК- һына ҡараған “Башаҡҡай” ЯСЙ- һының сираттағы сауҙа нөктәһе үҙ ишектәрен асты.

Ошо көндәрҙә Мәсәғүт ауылында район халҡы өсөн йәнә лә ҡыуаныслы ваҡиға булып уҙҙы. Район брендына әүерелгән “Уралтау” АХПК- һына ҡараған “Башаҡҡай” ЯСЙ- һының сираттағы сауҙа нөктәһе үҙ ишектәрен асты.
Магазин инеп-сығыу яғынан халыҡ өсөн бик уңайлы урында урынлашҡан. Бина алдында 40-50 автомобилгә тәғәйенләнгән махсус туҡталҡа булдырылған. Сауҙа нөктәһендә биш кеше эш урыны менән тәьмин ителгән.
Ҙур, яҡты бинала урынлашҡан магазин кәштәләрендә халыҡҡа тәҡ- дим ителгән тауарҙарҙың төп өлөшө “Уралтау” АХПК-һында етештерелгән. Мәҫәлән, үҙҙәренең 10-15 төрлө икмәк-булка һәм кондитер изделие- лары, 18 төрҙән ашыу һөт аҙығы, 20- нән ашыу ит продукцияһы һәм башҡалар һатыуға сығарыла.
– Үҙебеҙҙә етештерелгән колбасаларға артыҡ бер нимә лә ҡушмайынса, тәбиғи продукттарҙан етештерергә тырышабыҙ. Бынан тыш, магазиндарыбыҙҙа үҙебеҙҙә тултырылған һыу, әҙер күмер һатыла. Халыҡ өсөн бик кәрәкле магазин. Һатып алыусылар һәр ваҡыт үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте ситтән килтерелгәненән өҫтөнөрәк күрә. Был бигерәк тә икмәк, һөт һәм ит ризыҡтарына ҡағыла. Юҡҡа түгел инде, үҙебеҙҙеке тәмлерәк тә, сифатлыраҡ та”, – тип үҙ баһаһын белдерҙе “Башаҡҡай” ЯСЙ-һы сауҙа нөктәләре директоры Данис Нәжипов.
Л. Ғабдуллина.
Дыуан районы.
Автор фотоһы
Читайте нас: