Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2017, 11:41

Яңы китап донъя күрҙе

14 ноябрҙә Туғыҙлы ауыл мәҙәниәт йортонда “Башҡорт ырыуҙары тарихы: Әйле, Тырнаҡлы, Түбәләҫ” китабының презентацияһы үтте.

14 ноябрҙә Туғыҙлы ауыл мәҙәниәт йортонда “Башҡорт ырыуҙары тарихы: Әйле, Тырнаҡлы, Түбәләҫ” китабының презентацияһы үтте.
Сараға Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге өлкән фәнни хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин килде. Ул “Шәжәрә” үҙәгенең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, яңы китаптар менән таныштырҙы.
Рәфил Рифғәт улы үҙ сығышында Ҡыйғы, Салауат районы башҡорттары Әйле, Тырнаҡлы, Түбәләҫ ырыуҙарынан булыуын әйтте. Ошо ырыуҙарға бағышланған китапты сығарыуға күп көс һалған тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, был эштә ярҙам итеүсе БР-ҙың беренсе президенты М. Рәхимовҡа рәхмәтен белдерҙе. Сарала ҡатнашыусылар урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында, китапханала булды. Барыһына ла бүләккә яңы китап тапшырылды. Был баҫма илһөйәрлеккә, милләт-ара берҙәмлеккә булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.
Е. Мирғәҙиева,
Туғыҙлы ауылы
китапханасыһы.
Ҡыйғы районы.
Һүрәттә: ауыл Советы башлығы Р. Вәлиуллин, философия фәндәре кандидаты Р. Аҫылғужин, Туғыҙлы мәҙәниәт йорто методисы Ә. Сафина һәм китапханасы Е. Мирғәҙиева.
Читайте нас: