Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ноябрь 2017, 10:50

Халыҡты нимә борсой?

20 ноябрҙә Балаҡатай районы хакимиәте бинаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Раил Әсәҙуллин һәм БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Наил Баһауетдинов район халҡын ҡабул итте.

Район үҙәгенән Билән ауылына тиклем, шулай уҡ Апут, Ураҡ, Красный Пахарь һәм Түбәнге Исҡуш ауылдары урамдарына асфальт түшәү, Яңы Балаҡатай ауылының Көнбайыш микрорайонына газ үткәреү, район үҙәге халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеү, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына субсидия биреү, Айҙаҡай ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө һәм башҡа һорауҙар менән ундан ашыу граждан мөрәжәғәт итте. Депутаттар һәр кемде иғтибар менән тыңлап, күп һорауҙарҙы хәл итеү өсөн контролгә алды.
Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе хәбәр итеүен- сә, ағымдағы йылдың 27 ноябренән Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй”ҙең ойошторолоуына 16 йыл тулыуға арналған граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы уҙа. Унда ауыл Советтарынан алып Дәүләт Думаһы парламентарийҙарына тиклем партиянан сыҡҡан бөтә депутаттар ҙа ҡатнаша.
Бынан тыш, бөтә республика буйлап халыҡтың мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек биргән түңәрәк өҫтәлдәр, матбуғат конференциялары һәм башҡа аралашыу формалары ойошторола. Ҡабул итеү аҙналағы 3 декабрҙә тамамлана, шул уҡ көндө уға яҡынса йомғаҡ яһала.
Ә. Иҙелбаев.
Балаҡатай районы.
Автор фотоһы
Читайте нас: