Эйлестан
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ноябрь 2017, 11:02

Йәш сәсәндәр бәйгеһе

17 ноябрҙә Яңы Балаҡатай ауылының 1-се һанлы мәктәбендә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсы үтте. Бәйгелә 2-се һанлы Яңы Балаҡатай, Ҡарлыхан, Түбәнге Үтәш, Яңыбай, Айҙаҡай, Ямаш ауылы мәктәптәренән уҡыусылар ҡатнашты.

17 ноябрҙә Яңы Балаҡатай ауылының 1-се һанлы мәктәбендә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсы үтте. Бәйгелә 2-се һанлы Яңы Балаҡатай, Ҡарлыхан, Түбәнге Үтәш, Яңыбай, Айҙаҡай, Ямаш ауылы мәктәптәренән уҡыусылар ҡатнашты.
Конкурсҡа барыһы ла яҡшы әҙерлек менән килеп әҫәрҙе һәйбәт белеүҙәрен, тасуири, эмоциональ уҡыуҙарын күрһәтте. Һөҙөмтәлә Гран-приға Яңы Балаҡатай 2- се һанлы мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Диана Сәфәрова лайыҡ булды (етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәүзидә Сабирова). Диана мәктәптә яҡшы уҡыуы менән бергә Балалар сәнғәт мәктәбендә һәм бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлексәһен ҡыҙыл танытмаға тамамлаған, әле вокал бүлегендә шөғөлләнеүен дауам итә. Район, республика конкур- старында әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулай. “Балаҡатай йондоҙо” конкурсында – Гран-при, ”Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында һәм рус теле буйынса “Живая классика” шиғыр бәйгеһендә – беренсе, Салауат Юлаев шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса төбәк конкурсында икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулаған. Йыр-бейеүгә маһир ҡыҙ Түбәнге Үтәш ауыл клубының “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбле солисы (етәксеһе Резеда Сәфәрова). Ансамбль ”Байыҡ“, ”Еҙ үксә” конкурстарында призлы урындар алған. Яҡшы уҡыуы һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн Диана быйыл Анапала “Смена” Бөтә Рәсәй балалар һауыҡтырыу лагерына юллама менән бүләкләнгән. Тырыш, уңған, дәртле ҡыҙ киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәй. Беҙ уға тырышып уҡыуын хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Ә. Иҙелбаев.
Балаҡатай районы.
Читайте нас: