Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә ҡарата 23 ноябрҙән 3 декабргә тиклем республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мөмкинлектәре сикле граждандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төрлө темалар буйынса консультациялар бирә.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарына, республика буйынса Социаль страховкалау фондына, медик-социаль экспертизаның баш бюроһына ҡағылышлы компетенциялар буйынса һорауҙар ҡабул ителә.