“Балаҡатай районының Апут – Ҡарантрау – Урғалы юлында юлтранспорт фажиғәһендә Любовь исемле 25 йәшлек ҡатын һәләк була. Уның береһенән-береһе бәләкәй дүрт балаһы ҡала...” Тап ошо ҡурҡыныс хәбәр этәргес булды ла инде байтаҡтан күңелемде ҡырған темаға мәҡәлә яҙырға.
Юлдарҙа именлек, хәүефһеҙлек мәсьәләһе көнүҙәк проблема булыуҙан туҡтамай. Ағымдағы йылдың тәүге 6 айында ғына республикала 1643 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, унда 189 кеше һәләк булһа, 2105 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Һәләк булыусылар араһында 10 бала... Ҡот осҡос һандар. Фажиғәгә тарыусыларҙың күбеһе 20- 60 йәштәге кешеләр. Һәр һан артында кеше ғүмере, ғаилә фажиғәһе ята. Юлда ысын мәғәнәһендә һуғыш бара. Ә иң үкенеслеһе – бер ғәйепһеҙҙән бәләкәй балалар ҡазалана.
Ни өсөн юлдарҙа кеше ғүмерҙәре ҡыйыла? Юл ҡағиҙәләрен кемдәр боҙа? Урам буйлап елгән машиналар ҡайҙа ашыға? Ошо һәм башҡа һорауҙар, юлдарҙа килеп тыуған проблемалар баштан сыҡмай... Йәйәүлеләрҙе юл аша сыҡҡанда ғына түгел, ә тратуарҙа ла тапайҙар. Күп водителдәр ауыл араһында ла ен кеүек ҡыуа. Үҫмерҙәр баштарына махсус шлемдар ҙа кейеп тормай скутер, мопедтарҙа елдерә. Юл-транспорт фажиғәләрендә йыл һайын йөҙәрләгән кеше һәләк була, меңәрләгәне тән йәрәхәттәре ала. Һандар әйтерһең һуғыш яланынан алынған. Ә һүҙ ни бары юл һәләкәттәре, авариялар тураһында бара.
Фажиғәләрҙең төп сәбәптәре нимәлә? Минеңсә, иң тәү сиратта тиҙлекте арттырыу тора. Икенсенән, юлдарҙа стажы бәләкәй булған водителдәр артты, улар ҡағиҙәләрҙе ныҡлап өйрәнмәй, өйрәнергә лә теләмәй, ә шәп итеп елдергеһе килә. Тыйылған урындарҙа ҡаршы һыҙатҡа сығып, тиҙлекте үтә арттырып улар йә ҡаршы килгән автомобиль менән бәрелешә, йә юлдан төшөп түңкәрелә. Мәҫәлән, 2 ноябрҙә Дыуан районының Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы трассаһында ике автомобиль ҡатнашлығында авария була. Алдан билдәле мәғлүмәттәр буйынса, 30 йәшлек Daewoo Nexia водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып ВАЗ- 21120 автомобиле менән бәрелешә. Ике транспорт менән дә ҡатынҡыҙ идара иткән була. Һөҙөмтәлә “бешмәгән” автоледилар төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Юл-транспорт фажиғәләренең төп сәбәбе булып шулай уҡ эскән килеш руль артына ултырыу тора. Ҡануниәт ҡәтғиләнеп тороуға ҡарамаҫтан, йөҙәрләгән юл-транспорт ваҡиғаһының эскән килеш руль артына ултырған водителдәр ғәйебе менән килеп сығыуы айырыуса хәүефкә һала. Машинаның бар ҡеүәтен файҙаланып елеүселәр, үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыусылар табылып ҡына тора. Водитель таныҡлыҡтарынан мәхрүм ителеп тә, документһыҙ транспорт менән идара итеүселәр ҙә йыш осрай.
Телевизорҙа, интернет селтәрҙәрендә әле унда, әле бында юл- транспорт фажиғәһендә кеше ғүмерҙәре ҡыйылыуы хаҡында ишетеп торабыҙ. Рәсәй һәм республикабыҙҙың юл фажиғәләре статистикаһына күҙ һалыуы ла ҡурҡыныс. Ә шулай ҙа һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Аллаһы Тәғәлә. Юлдарҙа һаҡ, имен булайыҡ.
Балаҡатай районында Апут – Ҡарантрау – Урғалы трассаһында “ВАЗ” автомобиле водителе руль менән идаралыҡты юғалтып юл ситенә оса. Фәжиғә урынынан 25 йәшлек пассажир ҡатын күп һанлы тән йәрәхәттәре менән дауаха- наға оҙатыла. “Аварияла ҡыҙыбыҙ Любаның ҡабырғаһы һынып үпкәһенә ҡаҙала. Уны Яңы Балаҡатайҙағы дауаханаға алып киттек. Әммә унан беҙҙе Мәсәғүткә ебәрҙеләр. Юлда барғанда ҡыҙыбыҙ тиҙ ярҙам автомобилендә йән бирҙе. Дауахананан дауаханаға йөрөткәндә ул әле аңында ине, юл буйына киләсәккә булған пландары менән уртаҡлашты. Машина йөрөтөү таныҡлығына уҡыуын, яңыраҡ ҡына һыйыр һатып алыуҙары хаҡында һөйләне...” – тип Любаның ғүмеренең һуңғы минуттары хаҡында хәтерләй атаһы Вячеслав. Йәш ҡатындың дүрт балаһы ҡала.
P.S. Әле был ваҡиға буйынса тикшереү эштәре алып барыла. Уның һөҙөмтәләре буйынса тейешле саралар күреләсәк