Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2017, 10:57

Сәғәттәр минуттарҙы һаҡлай...

Мәсәғүт ауылының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Унда район халҡынан йыйылған һәм район учреждениелары фондтарында һаҡланған сәғәттәр күрһәтелгән.

Мәсәғүт ауылының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Унда район халҡынан йыйылған һәм район учреждениелары фондтарында һаҡланған сәғәттәр күрһәтелгән.
Күргәҙмәгә барлығы өс йөҙҙән ашыу экспонат урынлаштырылған. Ҡом, ҡояш, механик, кварц, электрон – ниндәйҙәре генә юҡ уларҙың! Формалары буйынса ла төрлөләр – ҡулға тағып, кеҫәгә һалып йөрөтөлә торғандары, өҫтәлгә, стенаға беркетелгәндәре лә бар. Араларында һирәк осрай торған эскпонаттар ҙа етерлек. Мәҫәлән, элек бары тик юғары пост тотҡан кешеләрҙең өҫтәлдәрендә генә күрергә мөмкин булған ярым ҡиммәтле таштар менән биҙәп эшләнгән малахит йәки фарфор сәғәттәр.
Күргәҙмәгә килеүселәр бында Советтар Союзының һигеҙ сәғәт заводында йыйылған сәғәттәр менән таныша ала. Чистопль ҡалаһының “Восток”, Пензаның “Заря”, Куйбышевтың “ЗиМ”, Петродворецтың “Ракета” заводында, шулай уҡ Силәбе, Орлов, Златоуст ҡалаларында, Мәскәү ҡалаһының 1-се һәм 2-се сәғәт заводтарында йыйылған сәғәттәрҙе күрергә мөмкин.
Экскурсия барышында музей директоры Любовь Морозова сәғәттәрҙең килеп сығышы, уларҙы етештереүсе заводтар, ваҡыт тураһында мәғлүмәт бирҙе.
– Күргәҙмәне ойоштороуҙа район халҡы бик әүҙем ҡатнашты. Үҙҙәренең өйҙәрендә булған, ниндәй ҙә булһа тарих һаҡлаған сәғәттәрен килтерҙе. Районыбыҙҙа билдәле сәғәт йүнәтеү оҫтаһы Иван Пашковтың шәхси сәғәттәр коллекцияһы ла күргәҙмәне тулыландырҙы, – ти А . Морозова.
Текелдәгән сәғәт телдәре күргәҙмә ҡунаҡтарын киләсәккә генә әйҙәмәй, үткәндәргә лә алып ҡайта. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бөгөн боронғо был механизмдарға иғтибар етенкерәмәй, уларҙың хаҡы ла арзан. Әммә күпме фәлсәфәүи мәғәнәғә эйә был ваҡыт даръяһына илтеүсе предметтар.
Бөгөн һәр кемдең тиерлек кеҫә телефон бар, ҡул сәғәте йөрөтәһе лә түгел. Был бит кешелектең дә ни тиклем алға китеүен күрһәтә. Күргәҙмәгә килеүселәр боронғо механизмдарға ҡарап, ваҡыт магияһында тормош мәғәнәһен дә табыр тигән өмөт бар.
Күргәҙмә ике ай дауамында эшләйәсәк. Берәмләп килеүҙән тыш, төркөмлө экскурсиялар ҙа уҙғарыла.
Л. Ғабдуллина.
Дыуан районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: