Күптән түгел Үрге Ҡыйғы мәҙәниәт йортонда районда иң популяр булған “Ҡыйғы гүзәле - 2017” конкурсы уҙҙы. Райондың иң һылыу, талантлы, һүҙгә маһир ҡыҙы исеменә эйә булыу өсөн 15-20 йәшлек ун гүзәлкәй һынау тотто.
Түбәнге Ҡыйғынан Ләйсән Зиннурова, Вәҡиәрҙән Виктория Ғиббәтова, Үрге Ҡыйғы 1-се лицейынан Регина Камалова, Азалия Мөхәмәтдинова, Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы филиалынан Илнара Мөхәмәтова, Арыҫландан Ләйсән Искәндәрова, Үрге Ҡыйғы 2-се мәктәбенән Риана Мөжәйева, Әлиә Янбаева, Элиза Ғарифуллиналар өсөн “ауырырға”, рухи ярҙам күрһәтергә килгән дуҫтары, класташтары, ата-әсәләре, туғандары менән тамаша залы шығырым тулы ине.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ф. Сафин, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Шәрәфетдинов, йәштәр эштәре буйынса баш белгес В. Ғәниев, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Г. Ғабдулйәнова, Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Ш. Сәғәҙиев, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре В. Шәрифуллин, комиссияның бойондороҡһоҙ эксперты, “Аҡ ҡалпаҡ” татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының урындағы бүлексәһе рәйесе С. Ғәниева составындағы жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың эске торошон да, матурлыҡ хисен дә, ҡул оҫталығын да күрә алды.
Конкурсанттар тәү сиратта “Визит карточкаһы”нда үҙҙәре менән таныштырҙылар. “Дефиле” конкурсында экологик материалдарҙан үҙҙәре әҙерләгән костюмдарҙа сығыш яһанылар. “Блиц һорау алыу”, “Талантты күрһәтеү”, “Киске күлмәктәрҙә дефиле” этаптарында ла ҡыҙҙар береһенән-береһе уҙҙырып сығыш яһаны. Конкурс барышында улар туған телдәрендә үҙҙәре, шөғөлдәре тураһында һөйләне, йырланы, бейене.
Ҡыҙҙарҙың барыһы ла һылыулыҡта, маһирлыҡта, уңғанлыҡта бер-береһенә ал бирмәне, барыһы ла лайыҡлы сығыш яһаны. Әммә Үрге Ҡыйғы 2-се мәктәбе уҡыусыһы Риана Мөжәйева айырылып торҙо һәм еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Ләйсән Искәндәрова менән Азалия Мөхәмәтова “Беренсе вице-мисс” һәм “Икенсе вице-мисс” исемен бүлеште. Виктория Ғиббәтова - “Мисс талант”, Элиза Ғарифуллина - “Мисс гүзәллек”, Регина Фазлетдинова - “Мисс грация”, Регина Камалова - “Мисс фантазия”, Ләйсән Зиннурова -“Мисс наҙлылыҡ”, Илнара Мөхәмәтова - “Мисс нәзәҡәтлек”, Әлиә Янбаева “Мисс зирәклек” номинацияларына эйә булды. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.