Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2017, 11:00

Барыбыҙға ла ҡағыла

Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө сиктәрендә Арыҫлан ауылы китапханаһында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уҡыусылар, ауыл халҡы өсөн “СПИД - XXI быуат афәте” тип аталған сара үткәрелде.

Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө сиктәрендә Арыҫлан ауылы китапханаһында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уҡыусылар, ауыл халҡы өсөн “СПИД - XXI быуат афәте” тип аталған сара үткәрелде.
Ҡыҙғанысҡа күрә, был хәүефле сир көндән-көн кешеләрҙең ғүмерен өҙә. Китапханасы ВИЧ-инфекцияны йоҡтороу юлдары, уға ҡаршы көрәш һәм уны дауалау алымдары, ауырыуҙы иҫкәртеү саралары тураһында әңгәмә ҡорҙо, ошо сир ғүмерҙәрен ҡырған билдәле музыканттар, яҙыусылар, спортсылар тураһында һөйләне. Китапханала “Һәр кемгә лә ҡағыла” китаптар күргәҙмәһе ойошторолғайны. Сарала ҡатнашыусыларға инфекция тураһында видеояҙма күрһәтелде.
З. Сәләхова, китапханасы.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: