Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2017, 10:38

Дөрөҫ йәшәйек! Сәләмәт булайыҡ!

“Стоп ВИЧ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә 22 ноябрҙән 1 декабргәсә Дыуан районында “Тормош техноло- гияһы” республика акцияһы уҙҙы. Сараларҙың маҡсаты – йәмәғәтселектең иғтибарын ВИЧ-инфекцияһын профилактикалауға йүнәлтеү, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен, хәүефһеҙ мөнәсәбәттәрҙе пропагандалау.

Кампания программаһына ярашлы район йәштәре, уҡыусылар, студенттар төрлө саралар ойошторҙо. Мәҫәлән “Онлайн” акцияһы барышында һәр ҡатнашыусы темаға ярашлы һүрәт менән фотоға төшөп уны махсус хэштег аҫтында үҙенең социаль селтәренә урынлаштырырға тейеш ине. Бынан тыш райондың барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла ВИЧ/СПИД темаһына арналған саралар комплексы уҙҙы. Йәштәр үҙәгенең “Бергә” йәш ирекмәндәр хәрәкәте (етәксеһе И. Шолохова) ағзалары сараларҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте. Район хакимиәте бинаһында “Волонтерҙар мәктәбе” тарафынан ВИЧ/СПИД-ты профилактикалау буйынса эш алып барыусы инструкторҙарға махсус уҡыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды, темаға ярашлы видео күрһәтелде, махсус уйындар, викториналар ойошторолдо. Волонтерҙар район үҙәге халҡынан был мәкерле сирҙе профилактикалау ысулдары тураһында һорау алыу уҙғарҙы, махсус мәғлүмәт тупланған буклеттар таратты.
“Үҙебеҙ йәшәгән төбәк халҡын был сир хаҡында әҙме-күпме мәғлүмәтле итеү, уның актуаллегенә иғтибарҙарын йүнәлтеү, шулай уҡ был вирусты йөрөткән кешеләргә ҡарата толерантлыҡ тәрбиәләү – беҙҙең эшебеҙҙең төп маҡсаты”, – ти “Бергә” хәрәкәте лидерҙары.
Л. Ғабдуллина.
Дыуан районы
Читайте нас: