Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2017, 10:46

Көнүҙәк һорауҙар ҡаралды

“Берҙәм Рәсәй” партияһының 16 йыллығына арнап уҙғарылған граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы сиктәрендә Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов һәм партияның урындағы бүлексәһе сектетары Алмаз Ғәйфуллин район ауылдарында халыҡты ҡабул итте.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының 16 йыллығына арнап уҙғарылған граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы сиктәрендә Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов һәм партияның урындағы бүлексәһе сектетары Алмаз Ғәйфуллин район ауылдарында халыҡты ҡабул итте.
Тәүге осрашыу 27 ноябрҙә Абзай һәм Ләүйылға ауыл биләмәләрендә уҙҙы. Халыҡтың район башлығына адресланған һорауҙары байтаҡ йыйылып киткән. Абзай халҡын нигеҙҙә үҙ хужалыҡтарында үҫтергән малдарҙы иткә реализациялау, мәктәптәге спорт залын ремонтлау, тәҙрәләрен алмаштырыу, күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса маҡсатлы программаларҙа ҡатнашыу шарттары менән яҡынданыраҡ танышыу кеүек мәсьәләләр борсой.
Ләүйылғаларҙың да көн үҙәгенә ҡуйырлыҡ проблемалары аҙ булмауы асыҡланды. Мәҫәлән, ауылдағы күперҙе төҙөкләндереү һәм ауыл араһындағы юлдарҙы ремонтлау, хоккей майҙансығын йәнә эксплуатацияға индереү, Ҡурғаш халҡы өсөн Яңы йыл байрамдарын ойоштороу һәм уҙғарыу.
28 ноябрҙә Арыҫлан һәм Йыланлы ауылы биләмәләре халҡы менән осрашыу ойошторолдо. Бында ла район башлығына һәм шәхсән партия секретарына тәғәйенләнгән һорауҙарҙың тематикаһы киң ине. Вәҡиәр халҡын ауылдың ҡайһы бер урамдарында юлдарҙың торошо насар булыуы борсоһа, Ҡөлмәт халҡының күпселек өлөшө ауылға газ үткәреү мәсьәләһен күтәрҙе. Арыҫлан ауылында фермерлыҡ хужалыҡтарын үҫтереү хаҡында фекер алыштылар.
Ибрайҙа ла “ауыртҡан темалар” байтаҡ булыуы асыҡланды. Бында ауыл халҡын һыу менән тәьмин итеү, эшкә урынлашыу мөмкинлектәре, Ибрай-Үрге Ҡыйғы автобус маршрутын булдырыу, район үҙәк дауаханаһы күрһәткән медицина хеҙмәтенең сифаты тураһында һорауҙар ҡаралды.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, бындай осрашыуҙар социаль-иҡтисади, хоҡуҡи, хатта көнкүрештә килеп тыуған проблемаларға оператив рәүештә иғтибар йүнәлтеү һәм тейешле саралар күреү мөмкинлеген бирә. Халыҡты борсоған һорауҙарҙың күпселеге урында хәл ителһә, ҡайһы берҙәре контролгә алынды. Ҡабул итеүгә килгән бер кеше лә иғтибарһыҙ ҡалманы.
Л. Ханова әҙерләне.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: