Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2017, 11:42

Наҙгөл яңы үрҙәр яулай

Һандуғастай моңло тауышлы яҡташ ҡыҙ һәм егеттәребеҙҙең уңыштарына ҡыуанмаҫлыҡ түгел. Беҙ һәр кемдең ижадын күҙәтеп барабыҙ. Салауат районы Янғантау ауылында йәшәүсе Наҙгөл Отузованың да һәр конкурста ҡатнашып призлы урындар алыуы мәғлүм. Наҙгөл рус телендә эстрада йырҙарын башҡара.

Һандуғастай моңло тауышлы яҡташ ҡыҙ һәм егеттәребеҙҙең уңыштарына ҡыуанмаҫлыҡ түгел. Беҙ һәр кемдең ижадын күҙәтеп барабыҙ. Салауат районы Янғантау ауылында йәшәүсе Наҙгөл Отузованың да һәр конкурста ҡатнашып призлы урындар алыуы мәғлүм. Наҙгөл рус телендә эстрада йырҙарын башҡара.
Талантлы ҡыҙ биш йәшенән йырлай, үҙе генә шөғөлләнеүгә ҡарамаҫтан, тәбиғәттән бирелгән матур тауышы тамашасыларҙы, жюри ағзаларын арбай. Ул бер конкурстан да ситтә ҡалмаҫҡа тырыша.
– Мин йырһыҙ үҙемде күҙ алдына килтерә алмайым. Йыр - минең булмышым. Ата- әсәйемә, туғандарыма ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һәр конкурс һайын улар минең төп көйәрмәндәрем, таянысым. Ғаиләбеҙҙә минән башҡа йырсылар юҡ, – тип йылмая Наҙгөл.
Ысынлап та, ул район, төбәк-ара, республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлендә үткән фестиваль-конкурстарҙың барыһында ла әүҙем ҡатнаша һәм бик күп уңыштарға өлгәшә. Һуңғы уңыштарынан Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Талант ҡанаттарында”, Өфөлә үткән “Илһам” конкурстарында – I дәрәжә лауреат, “Таланттар планетаһы”, “Гәлсәр мозаи- ка”, “Башҡортостан таланттары” конкурстарында – Гран-при, “Өфө тулҡыны- 2016” конкурсында номинация яулауын билдәләп үтеү мөһим.
“Башҡортостан таланттары” конкурсында Гран-приға лайыҡ булғаны өсөн Наҙгөл клип төшөрөүгә сертификат менән бүләкләнә һәм “Голос.Дети” телевизион про- ектының кастингында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Ҡыҙҙың хәҙер оҫта белгестәр төшөргән “Я стану солн- цем” йырына клибы бар. 24- 25 ноябрҙә Наҙгөл Мәскәүҙә “Голос.Дети” проектына үтеү өсөн кастингта ҡатнашып уңышлы сығыш яһаны. Ул 2018 йылдың яҙында проекттың “һуҡыр тыңлауҙар”- ында үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.
– Кастингта ике йыр башҡарҙым. Береһе – итальян телендә билдәле “Ада- жио”, икенсеһе – Полина Гагарина репертуарынан “Навек” йыры. Жюри ағзаларының файҙалы кәңәштәрен тыңланым, тиҫтерҙәрем менән таныштым. Тәьҫорат- тарҙы әйтеп бөткөһөҙ, проектҡа эләккәнемә бик шатмын, – ти Наҙгөл.
“Голос.Дети” проектының профессиональ музыканттарҙан торған жюри ағзалары Наҙгөлдө “күрмәйенсә тыңлаясаҡ”. Остаздарҙың берәйһе яҡташыбыҙға әйләнеп ҡарармы-юҡмы икәнлеген яҙ көнө тапшырыу экранға сыҡҡас беләсәкбеҙ. Ә әлегә уңыштар һиңә,
Наҙгөл! Р. Иштуғанова.
Салауат районы.
Читайте нас: