Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Декабрь 2017, 11:09

Иңдәрендә – көндәлек мәсьәләләр

Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең IV съезы уҙҙы. Сара беренсе рәйес, ғалимә Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды. Ойошманың иң әүҙем ағзалары – 400-ләп делегат – М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрына йыйылды.

Делегаттар араһында Дыуан районы ағинәйе Рәйсә Бәҙретдинова һәм район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Рима Хужина ла булды. Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Санкт-Петербургтан килгән арҙаҡлы башҡорт ҡатынҡыҙҙары алдында йәмғиәттең 2016 йылға тиклем рәйесе булған ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева отчет доклады менән сығыш яһаны. Шулай уҡ билдәле журналист, яҙыусы һәм сәйәсмән Йомабикә Ильясова, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов һәм төрлө ойошма етәкселәре, ағинәйҙәр эшлекле тәҡдимдәр менән телмәр тотто.
Съезд барышында башҡорт телен өйрәнеү һәм һаҡлау, экология, балаларҙы тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау кеүек мөһим темалар ҡаралды. Ойошма рәйесе һәм советы ҡайтанан һайланды, шулай уҡ ойошма уставына үҙгәрештәр индерелде.
Читайте нас: