Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Декабрь 2017, 11:20

Исемең – билдәһеҙ, батырлығың – үлемһеҙ

3 декабрҙә Мәсәғүт гимназияһында Билдәһеҙ һалдат көнөнә арналған берҙәм класс сәғәте уҙҙы. Сараны райондың тарихитыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре һәм Йәштәр үҙәгенең “Ровесник” эҙәрмәндәр отряды ойошторҙо.

Был иҫтәлекле көндөң 3 декабргә тура килеүе осраҡлы түгел. 1966 йылдың ошо көнөндә Кремлдең Александр баҡсаһында фашист ғәскәрҙәре менән ҡаты алыштар барған урында табылған билдәһеҙ һалдаттың һөйәктәре тантаналы шарттарҙа ерләнә. Ул саҡта Совет халҡы Гитлер ғәскәрҙәрен Мәскәү өсөн алыштарҙа тармар итеүҙең 25 йыллығын билдәләгән булған.
Сара барышында музей хеҙмәткәрҙәре был датаның килеп сығыу тарихы менән таныштырҙы, ә эҙәрмәндәр отряды етәксеһе эҙләнеү экспедициялары һәм РФ Оборона министрлығы сайттарында яҡташ ягирҙарҙың туғандарын эҙләү эштәре алып барылыуы хаҡында һөйләне.
Л. Ханова.
Дыуан районы
Читайте нас: