Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Декабрь 2017, 11:06

Бер ай эсәр һыуһыҙ

Яңы Балаҡатай халҡынан ялыу килеү сәбәпле, район прокуратураһы халыҡтың һыу менән тәьмин ителешен тикшерҙе.

Яңы Балаҡатай халҡынан ялыу килеү сәбәпле, район прокуратураһы халыҡтың һыу менән тәьмин ителешен тикшерҙе.
Билдәле булыуынса, ағымдағы йылдың октябрендә магистраль һыу үткәргесендә авария булыу сәбәпле, ун йортта һыу биреү туҡтатыла. Эсәр һыуһыҙ ҡалған халыҡ идаралыҡ компанияһына ғына түгел, ә урындағы власҡа ла мөрәжәғәт менән сыға. Әммә Урғалы торлакоммуналь хужалығы ЯСЙ-һы бер айҙан ашыу тейешле саралар күрмәй. Бынан тыш район хакимиәте лә авария булған осорҙа халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙе ойоштормаған. Килеп тыуған хәлде яйға һалыу маҡсатында граждандар прокуратураға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Әлеге факт буйынса күҙәтеү ведомствоһы ойошма директорына ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 7.23 статьяһы буйынса (халыҡты коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү нормативтарын боҙоу) административ эш ҡуҙғата. Бары тик прокуратура ҡыҫылышынан һуң ғына хеҙмәтләндереү компанияһы ремонт эштәрен уҙғара. Бөгөнгө көндә барлыҡ йорттарҙа ла һыу менән тәьмин итеү яйға һалынған.
Балаҡатай районы.
Читайте нас: