Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Декабрь 2017, 11:00

Минең телем – дуҫлыҡ теле

Бөгөн Башҡортостанда “Минең телем — дуҫлыҡ теле” республика акцияһы башлана. Сара республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә лә уҙғарыла.

Бөгөн Башҡортостанда “Минең телем — дуҫлыҡ теле” республика акцияһы башлана. Сара республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә лә уҙғарыла.
Акция башҡорт, рус һәм республикала йәшәгән башҡа халыҡтар телдәрендә Тыуған ил, туған тел тураһында шиғырҙар һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Милли уйын ҡоралында уйнау, милли кейемдә сығыш яһау мотлаҡ.
Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала, йәш сикләүе юҡ. Бының өсөн #минеңдуҫ- лыҡтелем#Bashkortostanmkrb #туғантел тигән рәсми билдәләр менән сығыштың видеояҙмаһын “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмгә һалырға кәрәк. Уны берҙәм стандарт — ғариза буйынса тултырыу мөһим. Төркөмдөң модераторҙары иһә ай һайын иң күп “лайк” йыйған ҡатнашыусыны билдәләп, уның видео- яҙмаһын “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” республика интернет-порталында баҫтыра.
Ҡатнашыусыларҙың һаны сикләнмәй. Сығыш өс минуттан артмаҫҡа тейеш.
Читайте нас: