Эйлестан
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Декабрь 2017, 17:56

Шыршы ҡупшы кейенгән...

Бар халыҡ Яңы йылға әҙерләнә. Байрамдың төп биҙәге – шыршылар хәстәр- ләү ҙә күңелле мәшәҡәт. Ни тиһәң дә, Яңы йыл символына әүерелгән ҡупшыҡайҙан башҡа байрамды күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

Бар халыҡ Яңы йылға әҙерләнә. Байрамдың төп биҙәге – шыршылар хәстәр- ләү ҙә күңелле мәшәҡәт. Ни тиһәң дә, Яңы йыл символына әүерелгән ҡупшыҡайҙан башҡа байрамды күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Ошо көндәрҙә республиканың ҡала һәм райондарында шыршы баҙарҙары асылыу менән Дыуан урман хужалығында ла йәшел ҡупшыҡайҙарҙы һатыу башланды.
– Әлбиттә, урындағы халыҡтың күбеһе яһалма шыршыға ҡарағанда, ылыҫ еҫе аңҡып торған йәшел һылыуҡайҙарға өҫтөнлөк бирә. Ҡулланыусыларҙың һорауы буйынса урмансылар шыршыларҙың ҡуйы һәм бик бейек булмағанын ҡырҡырға тырыша. Быйыл Дыуан урмансылығына ҡараған өс питомниктан план буйынса 2000 ылыҫлы ағас һатыуға сығарыласаҡ.
Шуларҙың 600-өн халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланған аҡ шыршы, ҡалған өлөшөн ҡарағай һәм шыршы ағасы тәшкил итә. Уларҙың барыһы ла үҙебеҙҙең район питомниктарында үҫтерелгән. Хаҡтары ағастың ҙурлығына ҡарап билдәләнәсәк, – ти Дыуан урман хужалығы директоры Алис Бәҙретдинов. Шыршылы булырға теләүселәр Мәсәғүт ауылы, Коммунистик урамы, 22 (Дыуан урман хужалығы) һәм Дыуан ауылы, Урман урамы, 6 адрестары буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Л. Ғабдуллина.
Дыуан районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: