Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Декабрь 2017, 13:37

ИМТИХАНДАР ТЕҘМӘҺЕ ӘҘЕР

Мәғариф һәм фән министрлығы 2018 йылда берҙәм дәүләт имтиханын, дәүләт сығарылыш имтиханын һәм төп дәүләт имтиханын уҙғарыу теҙмәһен әҙерләне.

Мәғариф һәм фән министрлығы 2018 йылда берҙәм дәүләт имтиханын, дәүләт сығарылыш имтиханын һәм төп дәүләт имтиханын уҙғарыу теҙмәһен әҙерләне.
Бойороҡҡа ярашлы, киләһе йылда берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу — 21 марттан 11 апрелгә тиклем, төп этап — 28 майҙан 2 июлгә ҡәҙәр һәм өҫтәмә этап 4-нән 15 сентябргә тиклем дауам итә.
Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда биреү һәм төп этаптар география, информатика һәм МКТ буйынса һынауҙарҙан башлана. 9 класс уҡыусылары ла төп дәүләт имтиханын ваҡытынан алда (20 апрелдән 8 майға ҡәҙәр), төп (25 майҙан 29 июнгә тиклем) һәм өҫтәмә этапта (4-22 сентябрҙә) тапшыра ала.
2018 йылда рус теленән һәм математиканан насар билдә алған мәктәп тамамлаусыларға өҫтәмә осорҙа (4-15 сентябрҙә) үткәрелгән имтихандарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә
Читайте нас: