Байрам табыны былтырғыға ҡарағанда, 2 процентҡа ҡиммәтләнгән. “Оливье” салаты өсөн 279 һум кәрәк, ә сельдь балығынан булғаны 132 һумға барып баҫа. Спиртлы эсемлектәр, балыҡ, ыуылдырыҡ та ҡиммәтләнгән. Аҙыҡ-түлеккә генә түгел, Яңы йыл бүләктәренә лә хаҡ артҡан. Йомшаҡ уйынсыҡ 523 һум, китап – 310, шоколадлы кәнфит 294 һумға һатыла.