14 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте.
Ике сәғәтлек әңгәмә барышында төбәк етәксеһе республикала йәшәүселәр менән социаль өлкә, инфраструктураны һәм туризмды үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарға тейешле йөкләмәләр бирелде.
Атап әйткәндә, Салауат районынан Әлиә Ғилметдинова төбәк Башлығынан Лаҡлы ауылында тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм сүп-сар йыйыуға контролде көсәйтеүҙе үтенде.
Уның һүҙҙәренсә, урындағы тәбиғәттең матурлығы йыл һайын Рәсәй төбәктәренән бик күп туристарҙы йәлеп итә. Улар Әй йылғаһы буйында ут яға, кәйеф-сафа ҡорғандан һуң өйөм-өйөм сүп-сар ҡалдыра. Шуға бәйле ауыл халҡы үҙ көсө менән биләмәне йыйыштырырға һәм сүп-сарҙан таҙартырға мәжбүр. Бынан тыш, йылға буйында цивилизациялы ял итеү өсөн бер ниндәй шарттар ҙа булдырылмаған: парковкалар, урналар, пикник өсөн майҙансыҡтар юҡ.
Рөстәм Хәмитов тейешле инфраструктура булдырыу кәрәклегенә айырыуса иғтибар биреп, республика Хөкүмәтенә һәм район хакимиәтенә муниципалитетта туризмды үҫтереү программаһында ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушты. “Башинформ”.