Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Декабрь 2017, 13:37

Башҡорт телендә фильм

Танылған актер һәм режиссер Александр Галибин Башҡортостанда Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса фильм төшөрә. Проектты Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы 90 миллион һумға финанслай.
Төбәк продюсеры Азамат Тимерғәзин хәбәр итеүенсә, фильмды 2018 йылдың ғинуарында Белорет һәм Бөрйән райондарында төшөрә башлау күҙаллана. Фильмды башҡорт телендә сығарыу ҡаралған. Кинотаҫманы “Мотор-фильм” студияһында төшөрәләр.
Читайте нас: